0%

Ҡыҙғанам…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ҡыҙғанам… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 19.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Көл аҫтында һүнеп ҡалған
Күмерҙәрҙе ҡыҙғанам,
Һөймәгәне менән үткән
Ғүмерҙәрҙе ҡыҙғанаи.

Матур эштәр эшләмәйсә
Үткән көндө ҡыҙғанам,
Керпек ҡаҡмай, ауыр уйҙа
Үткән төндө ҡыҙғанам.

Аҡланмаһа өмөттәрем,
Эстән генә һыҙланам…
Мин бахырҙы кем йәлләһен?
Үҙ-үҙемде ҡыҙғанам!

Мәңге көслө булып булмай,
Мөмкин арып-талырға,
Мөмкин инде һирәк кенә
Бер иркәләп алырға!